Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2019, 15:06

Украинала Юғары Радаға һайлауҙар тамамланды. Зеленскийҙың еңеүҙән башы әйләнә.

Украинала Юғары Радаға һайлауҙар тамамланды. Зеленскийҙың еңеүҙән башы әйләнә. Кисә Украинала Юғары Радаға һайлауҙар тамамланды. Украина президенты Владимир Зеленский үҙенең еңеүен нығытырға һәм ҡулай Рада (парламент – ред.) булдырырға теләй. Әлегә тауыштарҙың өстән бер өлөшө самаһы ғына эшкәртелгән. Әлегә Зеленский партияһы – 43 процент самаһы, Рәсәй яҡлы тип иҫәпләнгән оппозицион платформа 13 процент, Порошенко партияһы 9 процент, Тимошенко партияһы 8 процент самаһы тауыш йыя

Юғары Радалағы урындар түбәндәгесә бүленә: Зеленскийҙың “Халыҡ хеҙмәтсеһе ” – 227 урынға, Рәсәй яҡлы тип иҫәпләнгән “Тормош” партияһы 43 урынға, Порошенконыҡы – 27, Тимошенконыҡы 26 урынға дәғүә итә ала. Әлегә 5 процентлыҡ кәртәне дүрт партия ышаныслы үткән. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, хәҙерге президент Владимир Зеленский үҙенең маҡсатына өлгәште: уның ҡарамағында ҡулға өйрәтелгән Рада һәм ауыҙына ҡарап торған Хөкүмәт.
Һайлауҙың иң мөһим һөҙөмтәһе: Украина халҡы һуғыштан, низағтарҙан, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауҙарҙан арыған. Владимир Зеленский яҡлыларҙың ике тапҡыр еңеүе халыҡта киләсәккә өмөт уята. Ә бына Зеленский яҡлылар был ышанысты аҡлармы? Ошо һорауға яуап биреү әлегә еңел түгел. Көтәйек, ваҡыт күрһәтер. Шуныһы мөһим, Порошенконың Европаға һәм НАТО-ға ынтылышы, Тимошенконың милләтселеккә ҡоролған сәйәсәте шаҡ ҡатырғыс еңелеүгә дусар булды. Ә әлегә шуға шөкөр итәйек.
Читайте нас: