Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2019, 10:03

Илдус бабай баҡсаһы

Мин уны гел йорт эргәһендә осратам. Йә ер ҡаҙа, йә ағастарға һыу һибә, йә сүп үләндәрен йолҡа...

Мин уны гел йорт эргәһендә осратам. Йә ер ҡаҙа, йә ағастарға һыу һибә, йә сүп үләндәрен йолҡа... Илдус бабай тиҙәр уны. Гагарин урамындағы 12-се йорттоң эргә-тирәһен шау сәскәгә күмелгән баҡсаға әйләндерҙе.
Илдус Камил улы Йосопов 1984 йылда Башҡортостанға Ҡаҙағстандан күсеп килгән. Оҙаҡ йылдар заводта эшләгән, ике ул үҫтергән.
“Эшһеҙ ята алмайым, – ти 82 йәшлек Илдус бабай. – Бына, исмаһам, йорт тирәһен матурлайым алам бит әле. Кешеләр рәхмәт әйтә!”
Шау сәскәгә төрөнгән баҡсаға ҡарайым да уйлап ҡуям: матурлыҡ кешенең йөрәгендә йәшәй шул!..
Читайте нас: