Луиза Хәйруллинаның тәфтиш төрмәһендә ыҙа сигеүенә оҙаҡламай бер ай буласаҡ. Уның хәләл ефете Марат Хәйруллин Интервьюлар өләшеп, телевизион каналдар аша сығыш яһап, үҙенең һәм Луизаның батырлыҡтарынан мөмкин булған аҡсаны һығып бөттө. Халыҡ та төшөндө буғай, был енәйәттең нигеҙендә ҡайһы бер кешеләр өсөн хас нәфсе, ябай ғына итеп әйткәндә, ҡомһоҙлоҡ ята. Драматургияла бер генә сюжет бар: һәр бер кеше бәхеткә ынтыла. Әгәр онотмаһағыҙ, был хаҡта беҙ бер нисә ай элек яҙғайныҡ инде. Марат менән Луизаның тормошонда драма юҡ. Улар көтмәгәндә һәм ҡапыл байырға тырышып ҡарағайны. Был енәйәттән бер генә һабаҡ алырға була: сама белергә һәм шөкөр итә белергә кәрәк.
Ә шулай ҙа мин банкта аҡса иҫәплелер, тип уйлағайным. Банк һынлы банктан аҡсаны хужалыҡ сумкаһы менән урларлыҡ булғас, ул ниндәй кредит учреждениеһы икән?