Апаһы Анастасияны тимер юл станцияһына алып барҙы. Сараға тиклем составҡа ултыртты. Унан Башҡортостанға ылау күп йөрөй, шуларҙың береһенә эләгеп башҡорттар яғына сығырға ҡушты. Ситтә һине бер кем дә эҙләмәйәсәк, тине.
Шулай итеп, Сталин репрессияһы ҡорбаны Анастасия, тыуған иленән ҡасып, эҙ яҙлыҡтырып, Буребайға барып юлыҡты. Белеме булған шәфҡәт туташын мәғдән сығарыу приискаһы дауаханаһына шунда уҡ эшкә алдылар.
Ярты йыл да эшләп өлгөрмәне, үҙенән күпкә өлкән башҡортҡа – Матрай ауылы кешеһе Зыяетдин Байгилдинға бисә булды ла ҡуйҙы. Аңғармай ҙа ҡалды – өс балалы ир, ғаиләһен ташлап, уны, егерме йәше лә тулмаған ҡыҙҙы, ҡырағай азиат йолаһы буйынса, урлап алды ла китте. Кем бит әле: үҙе белемле, үҙе коммунист, үҙе мәктәп директоры. Хәйер, тәүҙә һөйөүен, башын юғалтыуын әйтте, анттар бирҙе. Аңҡы-тиңке йөрөгән ҡасҡалаҡтың күңелен ҡуҙғытты.