Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2019, 18:10

Луизаның яҙмышы хәл ителә. Уларҙы оҙаҡламай үҙәк телеканалдарҙан күрһәтәсәктәр

Луиза Хәйруллинаны тәфтиш изоляторынан сығарыу маҡсатында уның адвокаты судҡа мөрәжәт иткән. Ҡылынған енәйәттең үтә ауыр булмауын иҫәпкә алып, ҡатынды үҙ өйөндә тотҡонлоҡта ултыртыу тураһында хөкөм ҡарары ҡабул итеүҙәре ихтимал.

Ә ире Марат Фәнәүи улы был ваҡытта бик йомарт итеп интервьюлар өләшә, яҡындары менән ҡиммәтле смартфон аша бәйләнеш тота, Мәскәү телеканалдарынан сығыш яһарға әҙерләнә. Ошо көндәрҙә махсус тапшырыу әҙерләп, барлыҡ Рәсәйгә күрһәтәсәктәр, имеш. Хәйруллин үҙенең маҡсатын йәшермәй: ул ҡатынын азат итерлек аҡса туплауға өмөт итә.

Телеканалдарҙың береһе Маратҡа бер миллион һум вәғәҙә иткән. Икенсе бер каналда һөйләшеүҙәр бара, ти. Тик социаль селтәрҙә аралашыусылар шуға шикләнә: ҡомарлы уйындар менән мауығыусы ир ҡулына аҡса эләгеү менән отошҡа сығып йүгермәҫме икән?

Банктан урланған 23 миллион һум тирәләй ҙә имеш-мимештәр күп һәм улар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Мараттың һүҙҙәренә ҡарағанда, миллиондарҙы Луиза аҡрынлап, ике йыл эсендә сығарған. Был ниндәй банк булды икән, әллә унда ике йыл буйы йүнле-башлы ревизия үткәрелмәгәнме? Эйе, ирҙең һөйләгәндәре көлөмһөрәргә генә мәжбүр итә.

Ғөмүмән, был енәйәт менән бәйле мәғлүмәттәр күпселекте ялҡытып өлгөрҙө инде. Шуға күрә кемдеңдер ҡыҙыҡһыныуына, йәлләп аҡса биреренә һис тә ышанғы килмәй.

Читайте нас: