Ағиҙел
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2019, 12:18

Луиза – төрмәлә, ире – иректә, ҡыҙҙары – олаталарында. Ә аҡсаның ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел.

Луиза – төрмәлә, ире – иректә, ҡыҙҙары – олаталарында. Ә аҡсаның ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Йәмәғәт, һиҙгәнһегеҙҙер, кино бөттө, Хәйруллиндар тирәләй шау-шыу аҡрынлап баҫыласаҡ. Өфө ҡалаһының Достоевский урамындағы тәфтиш төрмәһендә ултырған Луиза Хәйруллинанан тикшереүселәр һорау ала. Әлегә ҡатын артығын һөйләмәйҙер, сөнки органдар аҡсаның ҡайҙа икәнлеген әле булһа асыҡлай алмайҙар. Бындай енәйәт өсөн ун йылға тиклем төрмә ҡаралған.

Бизнесмен, вәғәҙә иткәнсә, Луизаға үҙ иҫәбенә адвокат яллаған. Аҡса урлауҙа ғәйепләнгән ҡатындың төрмәлә ултырыу ваҡытын кәметеү өсөн тикшереү органдары менән хеҙмәттәшлеккә барыуы бик ихтимал. Бында, Остап Бендер әйтмешләй, һатыулашыу урынһыҙ.
Марат Хәйруллин, телевизорҙан үҙем күрҙем, Мәскәүҙән килгән “Рәсәй-24” каналының “Дежурная часть” программаһына интервью биреүҙән баш тартты. Дөрөҫ эшләй, тәүҙә мул ғына итеп түләһендәр, бәлки, күберәк биреүсе табылыр, шунан һуң ҡарарбыҙ. Аҡса юғалған көндөң тәүге сәғәтенән үк Хәйруллиндар бик үтемле һәм көндәлек ихтыяжға эйә булған мәғлүмәт тауарына әйләнде. Шулай булғас, интернет, зәңгәр экранға сығыу, кино төшөрөү, спектакль ҡуйыу һәм башҡаларҙың үҙ хаҡы бар.
Хәйруллиндар хаҡында төрлө ялған хәбәрҙәр һәм уйҙырмалар таратыусыларҙы ла киҫәтеп ҡуйыр инем: әле ваҡыт бар, уйлап эш итегеҙ, хаталарығыҙҙы төҙәтегеҙ, юғиһә, бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Хәҙерге заманда әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн судҡа биреүҙәре лә мөмкин.
Әйтәйек, Хәйруллиндарҙың тотолоуы менән бәйле бер нисә уйҙырма йәшәй. Имеш, балалар олаталарын һағынған һәм шылтыратҡан, аҙағы билдәле. Икенсе версия: әсәй кеше, йәнәһе, балалар аҡсаһы төштөмө икән, тип телефонын эшләтеп ҡараған. Бына ҡыҙыҡ, кеҫәңдә, йәки эргәңдә 23 миллион һум була тороп, 5-6 мең һум өсөн борсолоп ҡара инде.
Ҡаҙан полицияһына ла һорауҙар бар. Дүрт кешенән торған ғаилә ҡала буйлап иркенләп йөрөгән, һиҙмәй ҙә ҡалғандар. Ә бит погондарына өр-яңы йондоҙҙар өҫтәлер ине...