Икенсенән, урланған аҡсалар банкта инкассация үткән, тимәк, теркәлгән. Был осраҡта аҡсалар аша енәйәтселәрҙең эҙенә сығыу – иң еңел юлдарҙың береһе. Тамғалы аҡсаларҙың Ҡаҙан ҡалаһында килеп сығыуы эҙләүҙе еңелләштерә. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ беләһегеҙ.
“Тотолған” тигән хәбәрҙәре килгәс, беҙ ғәжәпләнмәнек. Сөнки дүрт кешенең бер ыңғай ҡасып ҡотолоуы мөмкин булмаған хәл. Етмәһә, бесәйҙәре булғандыр әле.
Был хаҡта Андрей Малахов менән адвокат сығымдарын түләргә теләк белдереүсе эшҡыуар нимә уйлай икән? Андрейҙан бер миллион, бизнесмендан адвокат өсөн байтаҡ йыйыла бит.
Ә Луизаға барлыҡ аҡсаны ҡайтарып бирергә, банк күргән зыянды ҡапларға тура киләсәк. Банк, бурыс тураһында һүҙ сыҡһа, аяу белмәй торған ойошма. Был осраҡта, мәҫәлән, Хәйруллиндарҙан урланған аҡсанан тыш хатта банк юғалтҡан проценттарҙы ла түләтәсәк.
Ә беҙ ни эшләрбеҙ икән? Үҙегеҙ беләһегеҙ, сайт яңы көс туплай, ҡулланыусыларыбыҙҙың өҫтөнлөктәрен белергә тырыша. Шуны асыҡланыҡ: беҙҙең уҡыусылар ҡыҙҙырылған факттарға битараф түгел.
Шулай ҙа күңеллерәк, ҡыҙыҡлыраҡ, яҡтыраҡ хәбәрҙәр яҙғы килә. Тормош дауам итә, яҡшыраҡ яңылыҡтар ҙа булыр әле.