Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июль 2019, 13:26

Һуғыш урлаған бала саҡ

Һуғыш урлаған бала саҡ...

Һуғыш йылдарында бик интегеп уҡыныҡ. Мәктәп йылытылмай, утын юҡ. Дәрестә тун, көпө, бейәләй, быйма кейеп ултырабыҙ. Ҡоромдан эшләгән ҡаралар туңа, яҙып булмай. Өшөүгә түҙә алмай, парта өҫтөнә парта ҡуйып, икенсе ҡатын да ултырабыҙ – юғарыла аяҡтар ул тиклем өшөмәй. Уҡытыусылар ҙа тыймай, дәресте юғарыға ҡарап аңлата. Таҡтаға сыҡҡан баланы икенсе ҡаттан төшкәнен сабыр ғына көтөп торалар. Яҙырға дәфтәр юҡ, иҫке китаптың юл араларына ҡәләм менән яҙабыҙ. Йыш ҡына дәрестәр булмай: уҡытыусылар йә ауырый, йә башаҡ йыйырға киткән була. Үҙебеҙ ҙә башаҡҡа, ырҙын табағында ҡойолоп ҡалған ашлыҡты йыйырға йөрөйбөҙ. Ашарға юҡ, яҙынкөҙөн башаҡ, кәбән төптәренә ҡойолоп ҡалған ашлыҡ бөртөктәрен ҡарыбатҡағы менән һепе реп йыябыҙ ҙа тимер шәккә һалып (шәкте Зөбәйер бабай эшләп бирә), боҙло һыуҙа йыуабыҙ. Төндәрен ҡулдар һыҙлай. Алып ҡайтҡан һоло ҡатыш арышты ҡыҙҙырып талҡан, ҡәһел (кисель), бәрәңге ҡушып, ҡатырмаҡ бешерәбеҙ. Һуғыш осоронда ҡар күп яуҙы, ҡалын була торғайны. Яҙ еттеме, бәләкәй генә йылғалар, хатта Ҡороүҙәк тә таша. Баҫыуға, ырҙынға шул Ҡороүҙәк аша сығырға кәрәк. Йылға тәрән, ташҡан сағында кешеләрҙе ағыҙып алып китә. Күршеләге Поляковка ауылын дағы ырҙынға йөрөйбөҙ. Урыҫтар һыбай килеп беҙҙе ҡыуа, ашлыҡтарыбыҙҙы, күнәкиләктәребеҙҙе тартып ала. Ҡайһы саҡта сыбыртҡы менән һыҙырырға ла тартынмайҙар.
Рәйсә Урманшинаның "Һуғыш урлаған бала саҡ" тигән мәҡәләһен "Ағиҙел" журналының июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: