Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев Мостай Кәримгә зарын һөйләй:
– Мостай ағай, 80 мең һум гонорар алғайным, бөттө лә ҡуйҙы...
– Нишләттең һуң ул тиклем аҡсаны?
– Булды инде, дуҫ-иштәр менән ултырып алғайныҡ...
– Зарланма! – ти Мостай Кәрим. – Һиңә рәхәт булған бит!..