Хәйруллиндар Ҡаҙан ҡалаһының ҡәҙимге биҫтәһендә ябай ғына фатирҙы ҡуртымға алып, йәшәп ятҡандар. Әле әрһеҙ рәүештә таратылған “магазинға йөрөгәндәр, аҡса туҙҙырғандар, аквапаркта һыу ингәндәр” тигән хәбәрҙәр дөрөҫ түгел.
Өфөлә Хәйруллиндарҙың ҡулға алыныуы тураһындағы хәбәргә әҙер булғандар. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова һәм ул етәкселек иткән ойошма ике ҡыҙ баланың Салауат ҡалаһына ҡайтарылыуына әҙер. Улар өсөн бөтә шарттар ҙа буласаҡ, законға ярашлы, тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Әлбиттә, ике ҡыҙ баланың атаһы һәм әсәһе яғынан олатайҙарҙың булыуы был хәлде еңелләштерә.
Тәүге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, эшҡыуар Азамат Ғәлин Хәйруллиндарға үҙ иҫәбенә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү хаҡында тәҡдименән баш тартмай. Бизнесмен әйтеүенсә, бөгөн генә ярҙамды ойоштороу хаҡында бер нисә билдәле адвокат менән һөйләшеүҙәр булған.
Ә халыҡ был хаҡта нимә ти һуң? Халыҡ, элеккесә, битараф түгел. Күпселек хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанмай һәм Луизаның ҡулға алыныуына шик белдерә. Белдермәй ҡайҙа барһындар, айҙан артыҡ барған мажаралы һәм мауыҡтырғыс сериалды иң шәп ерендә туҡтатһындар әле. Клубта кино барғанда, таҫма өҙөлөп, фильмды күрһәтеү туҡтағас, халыҡтың нисек асыуланғанын хәтерләйһегеҙме?
Эх, ниндәй йырҙы туҡтаттылар...