Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2019, 11:46

Тамара Ғәниеванан хикәйә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның "Алтын тамыр" тигән хикәйәһен "Ағиҙел" журналында уҡығыҙ!

АЛТЫН ТАМЫР
Әлмиралар Сорғот ҡалаһына күсеп китергә мәжбүр булғайны. Ҡайныһы менән
бейеменең өйөндә өс йыл торҙолар былай. Әлмира ауылдарындағы урта мәктәптең
ашханаһында ашнаҡсы булды. Ире Ильяс күрше тирәяҡ ауылдарға газ үткәреү
менән булашты. Әлмира ла ыратып эш хаҡы ала алманы. Ильястың да эше туҡтап
ҡуйҙы. Газ торбалары ҡыйбат, халыҡта әллә ни килем юҡ, район бюджетында ла,
һалым түләүсе аҙ булғас, аҡса ҡойто. Булған ғынаһын да уҡытыусылар, медсестралар,
арлыбирле генә рәсми эштә йөрөүселәр түләй. Күпме генә йыйылһын инде?
Ильястың күңеле ҡайтып йөрөнө. Берҙән, һалдаттан ҡайтҡан ҡустыһы кәләш
әйттерергә булып китте. Кәләшен атай тупһаһынан башҡа ҡайҙа алып ҡайтһын?
Әсәһе, Әлмира, килендәше – бер өй эсендә өс хужабикә килешкән эш түгел.
Әлмира бейеме менән аңлашып йәшәне. Сымыры ҡатын. Китһәләр әҙер, ҡайтһалар
әҙер булды. Үпкәһе юҡ Әлмираның. Ҡаҡманылар.
Өй һалып башҡа сыға алманылар, тапҡандары ваҡтөйәк донъя мәшәҡәтенән
артманы.
Ире менән һөйләштеләр ҙә ситкә китеп аҡса эшләргә, торараҡ ҡайтып өй
күтәрергә ниәт иттеләр. Ҡарттар янында кесе малайҙары ҡала, яңғыҙ булмайҙар.
Тәүҙә Себер яғына Ильяс үҙе генә сығып китте. Эшкә урынлашып, ҡуртымға
фатир алды. Әлмираға ла эш белеште. Һәм, оҙаҡламай ғына кире ҡайтырҙай булып,
сыҡтылар ҙа киттеләр
Читайте нас: