Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2019, 11:36

Ҡотло булһын ғүмер байрамың!

Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина тыуған көнөн билдәләй.

Яҙыусы, журналист, тəржемəсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гɵлсирə Ғиззəтуллина бөгөн тыуған көнөн билдәләй.
Ейәнсура районының Иҙәш Һигеҙ йыллыҡ мəктəбенән һуң Гөлсирә Гиззатуллина белем алыуын Өфөләге 1-се интернат-мəктəптə (Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты) дауам итә һәм уны тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға керә. 1979 йылда университетты тамамлап, “Совет Башҡортостаны”(хәҙер “Башҡортостан”) гəзите редакцияһының əҙəбиəт, сəнғəт һəм мəҙəниəт бүлегендə əҙəби хеҙмəткəр, унан мәғлүмәт бүлеге мɵдире булып эшләй. Республиканың төп баҫмаһында журналист 18 йыл тырышып хеҙмәт итә, бай тәжрибә туплай. 1996 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар əҙəбиəте секторын етәкләй, унан нəфис əҙəбиəт редакцияһы мɵдире урынбаҫары була. 2002 йылдан артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген “Башҡортостан ҡыҙы” журналында дауам итә: баҫманың яуаплы сəркəтибе вазифаһын башҡара. Бынан һуң “Ватандаш” журналында бүлек мɵдире булып эшлəп алғас, ныҡлап əҙəби ижад һəм профессиональ рəүештə тəржемə менəн шɵғɵллəнеүгә күсә. Был йәһәттән, Голландияла булып, Амстердамдың Ирекле университетында тəржемə оҫталығын камиллаштырып ҡайта. Әлеге мәлдә һәм “Ашҡаҙар” радиоһында тапшырыуҙар алып бара.
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның тиҫтәнән ашыу китабы донъя күрҙе.
Читайте нас: