Әҡлимә, репетициянан һуң һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән әхирәттәрен көтмәй, кейенеп, китапханаһын бикләне лә ҡайтырға ашыҡты. Эшендәге кәштәкәштә ки таптары, өҫтәлдәрҙәге гәзитжурналдар төпләме, хатта китапхананың үҙенсәлекле, саңланған ҡағыҙ еҫтәре лә нисек кенә ҡәҙерле булмаһын, ҡайтырға кәрәк! Өйөндә ире көтә... Һуңғы йылдарҙа өлгөлө ирҙән үтә талапсан, ҡырыҫ, уҫал, көнсөлгә әйләнгән Ришат көтә. Үҙ тамағына үҙе ҡарышып, әҙер ашты ла йылытып ашамай, тағы ас ултыралыр әле. Ҡыҙҙары өҫтәл яраштыра торғайны. Хәҙер ул – ҡалала, уҡырға инде. Эсһә, ҡул күтәрһә, бәлки, еңелерәк тә булыр ине, тигән уйҙар ҙа инә ҡайһы берҙә Әҡлимәнең башына. Үҙ аҡылында көйөнә көнөтөнө тиерлек, юҡтан бар табып, игәй ҡатынды. Түҙерлек әмәле ҡалмаһа ла, ни эшләһен, түҙә. Башҡа сара юҡ!.. Клубтың драма түңәрәгенә йөрөүсе Сәлимәне ире, иҫереп ҡайтып, ҡулын һындыра һуҡҡан ана. Уның ҡарауы, хәҙер ҡатыны алдында йүгереп йөрөй, йорттағы барлыҡ эштәрҙе үҙе башҡара: һыуын ташый, һыйырын һауа... Ауылда хужабикәнең эше бөтөрлөкмө?! Өй эсендә генә күҙгә күренмәгән ҡырҡ мәшәҡәт. Әҡлимә бер көн Сәлимәнең хәлен белешергә ингәйне, ире тубыҡланып иҙән йыуа, тегенеһе компьютерҙа уйнап ултыра. Элек Ришат иҙән, кер йыумаһа ла, ни хәтлем яғымлы була торғайны. Был тиклем дә үҙгәрер икән кеше...