Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2019, 11:26

Луизаның миллиондары. Кассир ҡатындың тере булыуын шик аҫтына ҡуйыусылар күбәйә.

Луиза Хәйруллинаның ғаиләһенең 23 миллион аҡса менән юғалыуы айҡанлы енәйәт эше ҡайһы бер һөҙөмтәләр бирә, тип раҫларға нигеҙ бар. Әгәр хәтерләһәгеҙ, алдағы постарҙың береһендә ғаиләнең тере булмауын ишара менән булһа ла, аңлатырға тырышҡайныҡ. Был шик-шөбһәнең раҫҡа сығыуы бик ихтимал.

Бер нисә мәғлүмәт сығанағынан килгән хәбәрҙәргә ҡарағанда, тикшереү органдары ҡарамағында, кем икәне асыҡланмаған, ҡатын-ҡыҙ мәйете бар. Луизаның яҡындарынан ДНК анализы алынған, һөҙөмтәләр оҙаҡламай билдәле буласаҡ.
Хәйруллина был енәйәткә үҙ ихтыяры менән бармаған, тип раҫларға нигеҙ бар. Ул бары тик аҡсаны алып сыҡҡан, уның менән идара итеүселәрҙең теләген тормошҡа ашырған һәм юҡ ителгән.
Шулай ҙа, һорауҙар ҡала: уның ире һәм ике ҡыҙы ҡайҙа? Енәйәтселек кимәле
юғары булған Салауат ҡалаһында был һорауға өмөтлө яуап табыуы ҡыйын, сөнки был
осраҡта әлеге урлашыуға мөнәсәбәте булған һәр кешенең аяуһыҙ рәүештә юҡ ителеүе
ихтимал.
Читайте нас: