Бына бер миҫал. Бизнесмен 41 миллион аҡсаһын сит ил валютаһына алыштырып алырға теләй. Инкассатор яллай, алыштырыу пункты менән һөйләшә, аҡсаһын алып килә. Әлбиттә, һумдарҙы ҡабул итәләр, долларҙар хәҙер килеп етә, тип ышандыралар. Бер аҙ көткәндән һуң кассир инкассаторҙарҙың сығып тороуын һорай. Тегеләр хужа менән долларҙар төшкәнен ике сәғәткә яҡын көтәләр. Шаҡып ҡарайҙар, асмайҙар. Йүгерешеп, аҡса алыштыра торған бәләкәй тәҙрә яғына сығалар, тәҙрә асыҡ, кассир – юҡ. Енәйәт эше асылған, тик кассирҙың фашланыуына өмөт бик аҙ. Мәскәүҙә ун миллиондан артыҡ кеше йәшәй, көн һайын 2-3 миллион килеп ҡайта. Табып ҡара шулар араһында кассирҙы. Сөнки пункт теркәлмәгән, законһыҙ эшләгән, арлы-бирле валюта алыштырған һәм үҙ сәғәтен түҙемле генә көткән. Күрәһегеҙ, ул ваҡыт еткән, 41 миллион һум үҙ аяғы менән килеп ингән. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ беләһегеҙ.