Бер беребеҙ өсөн яралғанбыҙ,
Яралғанбыҙ Ерҙә Һөйөү булып.
Һинең барлығыңды тойоуҙан да
Йөрәккәйем балҡый Ҡояш булып.
Һөйөү бит ул, донъя яралғанда,
Күктән Ергә төшөрөлгән аят.
Һин яратһаң, мине был ерҙәрҙә
Һөйөү йыры ғына итеп ярат.
Бер беребеҙ өсөн яралғанбыҙ,
Күктә ҡушылған бит йәндәребеҙ.
Бер береһен тапмай, ҡай ерҙәрҙә
Йөрөй икән бына тәндәребеҙ?
Бер беребеҙ өсөн яралғанбыҙ,
Мин ышанам һаман осрашыуға.
Фатихаһын Күктәр бирер әле,
Күктәр риза беҙҙең ҡауышыуға.
Һөйөү бит ул, донъя яралғанда,
Күктән Ергә төшөрөлгән аят.
Һин яратһаң, мине был ерҙәрҙә
Берҙән берең генә итеп ярат.
Ғәлиә Кәлимуллинаның шиғырҙар шәлкемен “Ағиҙел”дә уҡығыҙ!