Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2019, 12:56

Күктән төшкән кеше

Салауат Әбүзәрҙең "Күктән төшкән кеше" повесынан.

Салауат Әбүзәрҙең “Күктән төшкән кеше” повесынан.
Афродита иҙәнде һөртөп сыҡҡансы аңҡы-тиңке булып ятты Әҙәм. Эргәһенә ҡабат килеп ултырған Хыялыйҙы күргәс кенә үҙенең бар булмышын солғап алған томан тарала төшкәндәй тойолдо.
– Нимә булды ул? – был һорауҙы Хыялыйға түгел, үҙ-үҙенә бирҙе шикелле Әҙәм. – Ғәжәп!..
– Нимә булһын, Афродита иҙән йыуып сыҡты, – тине Хыялый. – Көн һайын йыуа ул.
– Уның күҙҙәренән ағылған тулҡын минең тәнемә үтеп инде... – тип һөйләнде Әҙәм.
– Әллә һин... – Хыялый йылмайғандай итте. – Ғашиҡ булдыңмы?
– Ғашиҡ? Нимә була ул?
– Үәт, дүрәк, ә!.. – тип көлөп ебәрҙе Хыялый. – Бисәләргә ирҙәрҙең ғашиҡ була торған ғәҙәте бар инде. Әллә һеҙҙә ғашиҡ булмайҙармы?
– Юҡ! – тип баш һелкте Әҙәм.
– Ә балалар нисек тыуа һуң?
– Балалар беҙҙә инкубаторҙа барлыҡҡа килә.
– Инкубаторҙа? Ә мөхәббәт?.. – тип ғәжәпләнде Хыялый.
– Беҙҙә бөтә кисерештәр юғары технологиялар менән башҡарыла. Төрлө аппараттар ярҙамында үҙебеҙҙең барлыҡ ихтияждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ.
– Дә-ә... – тип һуҙып ҡуйҙы ниңәлер Хыялый. Шунан Әҙәмдең күкрәгенә ипләп кенә туҡылдатып ҡараны.
– Нимә эшләйһең?
– Һине әйтәм, робот түгелме, тим...
– Нисек инде робот булайым?
– Әй, – Хыялый ҡул һелтәне. – Барыбыҙҙың да йөрәге тимергә әйләнгән...
Читайте нас: