Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2019, 10:41

"Ағиҙел"дә уҡығыҙ!

Фәниҙә Исхаҡованың романын "Ағиҙел" журналында уҡығыҙ!

ЯҘМЫШТАРҘАН УҘМЫШ БАР, ТИҘӘР, ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?
Иҙел Верониканың ҡулын һаман да ысҡындырмағайны әле. Ул ҡапыл артҡа тар тылды ла ҡыҙҙы ситкә этте. – Вероника, йүгер! Мин быларҙы тотҡарлармын! – Шул минутта уҡ Иҙел әйләнде лә ҡаршыһында ыржайып баҫып торған егеттең яңағына һуҡты. Теге көтөлмәгән һөжүмдән сайҡалып китте, әммә йығылманы. – Ах, һин, көсөк! Шавка! Инәңде… – Ҡатлыҡатлы итеп һүгенеп, башлыҡ ишараты боролоп Иҙелгә типмәк булғайны, ҡар өҫтөнә һөрлөгөп барып төштө. Эргәһендәге 10 Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр... эйәрсене лә шул минутта уҡ уның эргәһенә һуҙылды. Өсөнсөләре сигенә бирҙе лә, ерҙә ятҡан икәүгә аптырап ҡарап тора биргәс, быларға боролоп ҡарайҡарай ситкә елдерҙе. Бер нисә секунд – һәм ул юҡҡа ла сыҡты. Былар бөтәһе лә шул тиклем тиҙ ваҡыт эсендә булды, әйтерһең дә, кино таҫмаһының йөрөшөн шәбәйттеләр ҙә ҡабаттан кнопкаға баҫтылар. Ҡаршыһындағы һөмһөҙ егеткә бер генә һуғырға өлгөргән Иҙел “Ни булды һуң әле был?” тигән ҡиәфәттә баҫып тора. Әле ҡасан ғына әллә кемдәй һаһылдашып көлөп торған ике әҙәм ерҙә аунаша. Оҙон буйлы егет танау тирәһен һөртөштөрә. Иҙелдең йоҙроғо ныҡ ҡына эләккән, күрәһең, – ирене ярылып киткән. Ләкин эш бит унда ғына ла түгел… Был Вероника ине. Ҡыҙҙы ситкә эткән мәлдә Иҙел уның ҡулдарындағы көсөргәнеште ҡапыл йәненең һәр күҙәнәге менән тойҙо. Артҡа тартылған ыңғайға уҡ ҡыҙ ҡапыл әйләнде лә ҡаршыһындағы егеткә типте. Икенсе секундта уҡ, был юлы һул аяғы менән, Иҙел һуҡҡандан һуң бәүелеберәк торған әзмәүерҙе ергә һуҙып һалды. Бындай ҡапыл һөжүмде көтмәгән егет аҡтыҡтары аяҡтары менән ишелешеп, өймәкләшеп барып төштө.
Фәниҙә Исхаҡованың романын "Ағиҙел" журналында уҡығыҙ!
Читайте нас: