Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2019, 12:26

Йәш шағирә

Йәш шағирәНика Турбина тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Заманында был вундеркинд-шағирәнең ижады донъяны шаулатты.

Ника Турбина тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Заманында был вундеркинд-шағирәнең ижады донъяны шаулатты.
Ника 1974 йылдың 17 декабрында Ялта ҡалаһында донъяға килгән. Тыуғас та балаға бронхиаль-астма диагнозы ҡуялар. Быуылыуҙан ҡурҡып, төндәрен йоҡламай тәҙрәгә ҡарап ултыра йә үҙ алдына һөйләнә. Тора-бара бала Тауыш ишетә башлай. Үҙе әйтеүенсә, был Тауыш уға шиғырҙар һөйләй. 4 йәшлек бала әсәһенә: “Яҙығыҙ, миңә Алла шиғырҙар һөйләй”, – ти.
Бала шағирәне Никаны Юлиан Симонов, Евгений Евтушенко кеүек атаҡлы шәхестәр таный һәм ярҙам ҡулы һуҙа. Уның “Ҡаралама” тигән тәүге китабы 30 мең данала баҫылып сыға һәм шундуҡ таралып бөтә.
Үкенескә ҡаршы, 1997 йылда Никаның ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә.
Бөгөн Һеҙҙең иғтибарға шағирәнең 4 йәшендә яҙған шиғырҙарын Салауат Әбүзәр тәржемәһендә тәҡдим итәбеҙ.
ҠАРАЛАМА
Ғүмерем минең ¬ ҡаралама,
Унда һәр бер хәреф – йондоҙлоҡ...
Алдан иҫәпләнгән барлыҡ көндәр.
Ғүмерем минең – ҡаралама.
Барлыҡ уңыш, уңышһыҙлыҡтарым
Атыу тауышынан өҙөлгөн ауаздай
Унда ҡала...
КЕМ МИН?
Кемдең күҙе менән бағам мин донъяға?
Дуҫтарҙыңмы? Ағас, ҡоштарҙыңмы?
Кемдең ирендәре менән тотоп алам
Япраҡтарҙан тамған ысыҡтарҙы?
Шундай ярҙамсыһыҙ, мурт донъяны
Кемдең ҡулы менән ҡосам икән?
Тауыштарҙа юғала минең тауыш –
Урман-яландарҙа, кисен-иртән...
Кем икән мин?
Ҡайҙан эҙләргә үҙемде?
Тәбиғәткә нисек яуап бирергә?
БӘҮЕТЕГЕҘ МИНЕ...
Бәүетегеҙ мине, бәүетегеҙ,
Йылы юрған менән ябығыҙ.
Алдағыҙ һеҙ бишек йыры менән,
Иртән төштәр бүләк итегеҙ,
Көндән зәгәр ҡояш төшкән һүрәт
Һалығыҙ һеҙ мендәр аҫтыма,
Тик көтмәгеҙ, ишетәһегеҙме, – көтмәгеҙ...
Бала сағым минән ҡасты ла...
Читайте нас: