Байтаҡ араны сабып үткән аттар ҡылғанлы тауға үрмәләй башланы. Бөркөттөң һиҙемләүе буйынса, ошо тау аша күл буйына барып сығасаҡтар. Тауға менеп еткәс, йәйрәп ятҡан киң даланы күреп, айғырҙың йөрәге ярһыны, күкрәген яндырған һыҙлауҙы онотоп, кешнәп ебәрҙе. Сапҡан саҡта ауыртыуҙы әллә ни тоймаған һымаҡ ине, әле түшен ут өтөп бара, ниңәлер, тубыҡтары ҡалтырай. Уның тантаналы тауышын башҡа аттар күтәреп алды. Ҡолас киреп ятҡан дала киңлеген сәләмләй улар. Алыҫ офоҡ тарафтарынан еләҫ ел алып килгән таныш еҫ танауҙарына бөркөлөүҙән тәндәре дерелдәп китә...
Күлдә һыуһындарын ҡандырған аттар дала киңлегенә таралып, ашыҡмай ғына утларға кереште, ҡолондар кинәнеп йомшаҡ үлән өҫтөндә туланы. Шулай ҙа ярһыған айғыр ирәүәнләп китергә ирек бирмәне уларға, башын юғары сөйөп, бышҡыра-бышҡыра өйөрҙө ҡыуырға тотондо. Тыуған ҡырҙарына ҡайтып етмәйенсә йәне тыныслыҡ тапмаясаҡ уның.
Өсөнсө көндә ҡолон саҡтың эҙҙәрен һаҡлаған таныш яландарға тояҡ баҫты аттар. Бына уларҙың төйәге! Ошонда, сикһеҙ күк аҫтындағы иркен далала донъяға килде Бөркөт. Ошонда тәүге тапҡыр шыйыҡ аяҡтарына баҫып, инәһенең һутлы еленен тылҡыны, ыуыҙ үләндәрҙе ирендәре менән ялманы. Ошо уның кешнәй-кешнәй дала иңләп, ел менән уҙышҡан ғәзиз төйәге!..
Ҡара айғырҙың йөрәге дөпөлдәп типте, һулышы йышайҙы. Ул күкрәген яндырып, бөтә тәненә таралған һыҙланыуҙы ла тоймай хәҙер, хәрәкәте етеҙләнгәндән-етеҙләнә бара. Бөркөт, бәйгегә сыҡҡандай, сабырға тотондо. Тиҙерәк!.. Тиҙерәк!.. Артта ҡала барған өйөргә лә иғтибар итмәне ул, бар көсөн һалып алға атылды. Күбеккә батып, көл һәм күмерҙән ҡара тап булып ятҡан, элек мөгәзәй торған урынға килеп туҡтаны айғыр. Көл араһынан нимәлер соҡоп сығарырға теләгәндәй, бышҡыра-бышҡыра сапсырға тотондо. Ҡапыл күҙ алды ҡараңғыланды, аяҡтары тотмай, көл өҫтөнә ҡоланы. Башын ҡалҡытырлыҡ та хәле ҡалмағайны уның, күҙҙәрен ҙур асып, зәңгәр күккә текләп ята. Был ҡарашта үкенес тә, хәсрәт тә, үпкә лә юҡ. Уның өйөрө иректә!.. Ана сабып килгән тояҡ тауыштары ла ишетелә! Үҙен алмаштырасаҡ ҡолондары бар уның!..
Һуңғы ынтылыш яһағандай, тибенеп ҡуйҙы айғыр, гүйә, мәңгелек кәртәһе аша һикерҙе...