Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июль 2019, 17:26

Мәғариф

Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы сиктәрендә Мәғариф министрлығы ҡоролтай менән берлектә "Мәғариф һәм кадрҙар потенциалын үҫтереү" секцияһы ултырышын үткәрҙе.

Секцияның эшен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы алып барҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, Мәғариф министры урынбаҫарҙары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин, Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры Винер Әбделмән улы Шәйәхмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәковалар эксперттар булараҡ секцияла сығыш яһаусыларҙың һәм делегаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр һәм күтәрелгән һорауҙарға үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр.


Секцияла Мәғариф министрлығының башҡорт милли мәғарифы өлкәһендәге эше тураһында милли мәғариф, региондар менән хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина сығыш яһаны. Мәғариф системаһында башҡорт телендә белем алыу һәм балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү, башҡорт телен белгән кадрҙар әҙерләү, республиканың инновацион режимда эшләүсе белем биреү ойошмаларының эш тәжрибәһе менән бүлешеү, бөгөнгө заман шарттарында шәхси үҫеш мәсьәләләре буйынса сығыштар тыңланды, спикерҙар күтәргән проблемалар буйынса фекер алышыу барҙы. Секцияла шулай уҡ Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан әҙерләнеүсе "Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү Концепцияһы" проекты тәҡдим ителде. Резолюцияға индерелгән тәҡдимдәр киләсәктә милли мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: