Ағиҙел
+8 °С
Облачно
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июля 2019, 08:15
Башҡорт бейеүе
Күргәнегеҙ бармы һеҙҙең Матурлыҡтың бейегәнен? Ул үҙенә туплап алған Тәбиғәттең барлыҡ йәмен.
Күҙҙәренә ғаләм һыйған,
Ем-ем килә йондоҙҙары.
Табанынан осҡон сәсә
Милләтемдең ул-ҡыҙҙары.
Халҡыбыҙҙың ихласлығын,
Бар булмышын асып бейей.
Гүйә, улар ергә түгел,
Йөрәктәргә баҫып бейей.
Ошо сихри гүзәллеккә
Ҡарап тороп, таң ҡалаһың:
Дәрттең, көстөң, саялыҡтың,
Матурлыҡтың тантанаһы!
Читайте нас