Луизаның атаһының һәм ире Мараттың ата-әсәһенең өйөнә, ауылса әйтһәк, “обыскы” һалғандар, “флешка”ларҙы һәм блокноттарҙы алғандар. Дөрөҫ эшләйҙәр, күптән кәрәк ине. Быға тиклем нимә уйлағандарҙыр? Шулай уҡ Хәйруллиндарҙың яҡындарының генетик материалдарын (ДНК тип аңлағыҙ) алыу, машина һәм файҙаланылмаған кейем-һалым, урын кәрәк-яраҡтары табылғас, киләсәктә хәжәт булыуы бик ихтимал. Луиза ханым алдан әҙерләнгән, тимәк, оҙайлы сәфәргә иҫәп тотҡан. Ләкин кейем-һалым да, урын кәрәк-яраҡтары ла файҙаланылмаған. Ни өсөн? Следователдәрҙе ошо мәсьәлә борсорға тейеш. Салауат – ҙур ҡала, ҙур ҡалала ҙур аҡсалар өйөрөлә, енәйәтселек торошо бик юғары. Хәйруллиндарҙың был аҡса менән эш итә алыуы алдан уҡ һәләкәткә дусар итмәнеме икән? Юҡһа, кейем-һалым гаражда ятып ҡалмаҫ ине.