Хәҙрәт динен, илен, телен, халҡын, барлыҡ мосолмандарын ихлас яратты һәм уларға хеҙмәт итте, һәммә кешеләр араһында лайыҡлы ихтирам менән файҙаланды.
Бәлки, бик һирәктәр генә беләлер, һуңғы йылдарҙа хәҙрәт ҡаты сиргә дусар булды, бер нисә әмәлиәт үткәрҙе, шуға ҡарамаҫтан, һис зарланмай вазифаһын үтәүен дауам итте.
Хәҙрәткә шаҡтай ҡатмарлы шарттарҙа етәкселек бурыстарын үтәргә насип булды, ләкин ул һынатманы, иң ауыр хәлдәрҙә лә һәр яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек сиселештәр тәҡдим итә белде.
Тыныс йоҡлағыҙ, хөрмәтле хәҙрәт. Ҡараңғы гүрҙәрегеҙ яҡты, ауыр
тупраҡтарығыҙ еңел булһын!