Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июнь 2019, 10:56

Луиза һаман йүгерәме икән? Хәйруллиндарға бәйле яңы мәғлүмәттәр.

Хәйруллиндар ғаиләһенең мул ғына аҡса менән юғалыуына ошо көндәрҙә бер ай тула. Был иҫтәлекле датаны беҙҙең Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ҙур ҡаҙаныш менән ҡаршылай.

Ниһайәт, йәнәһе, Хәйруллиндар ғаиләһе ултырып ҡасҡан, имеш, ломбардҡа бирелгән, банкҡа залог итеп индерелгән автомобиль табылған. Бындай еңеүгә өлгәшеү өсөн полицейскийҙарға бер тапҡыр ҙа атырға, кемдәрҙелер ҡыуалап йөрөргә тура килмәгән. Луизаның атаһы күптән барып күрмәгән гаражынан картуф утар өсөн тәпке эҙләп барһа, автомобиль шунда ултыра. Эсе тулы запас кейем-һалым һәм урын кәрәк-ярағы. Атай кеше полицияға хәбәр итә һалған, тегеләре килеп тулған һәм табышты үҙҙәренеке тип иғлан иткән.
Ентекләп ҡараһалар ярар ине, Луиза ханым тормош иптәше һәм балалары менән шул гараждың мөгәрәбендә аҡса һанай-һанай сәй эсеп ултырмайҙармы икән? Бәлки, бесәйҙәре күренеп ҡалғандыр. Ҡыҫҡаһы, комедия дауам итә.
Беҙ детектив та, следователь да түгел, ләкин һорауҙар шунда уҡ ябырыла. Дүрт кеше аҡса менән юғалған, полицейскийҙар иң тәүҙә ғаилә менән бәйле күсемле һәм күсемһеҙ милекте барларға тейеш түгелме икән? Мәҫәлән, тәүге көндә үк атай кешенән һорайҙар:
– Гаражығыҙ һәм баҡсағыҙ бармы?
– Гараж бар.
– Нисәү?
– Икәү.
Салауат ҙур ҡала түгел, бер осонан икенсе осона ун минутта барып етергә була. Бына гараж, асалар. Автомобиль, кейем-һалым урынында. Әҙәм ышанмаҫлыҡ фараздар уйлап, Ырымбур, Ҡаҙағстан, Тажикстан далаларын мәшәҡәтләмәҫкә лә була.
Беҙҙең фараз: улар ошо тирәлә. Ҙур аҡса менән уйнау бик һирәк осраҡта ғына хәйерле бөтә. Енәйәттең осон юҡ итеүҙең бер генә юлы бар – мөмкин булған шаһиттар һәм был эштә ҡатнашыусылар өндәшмәҫкә тейеш. Быныһын үҙегеҙсә аңлағыҙ.
Читайте нас: