Танылған драматург Салауат Әбүзәрҙең баш театрҙа ҡуйылған икенсе әҫәре “Хыялый”ҙан ҡалышмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, “Хыялый” театрҙа иң кассалы спектаклдәрҙең береһе.
Шулай итеп, йәш режиссер Фирғәт Ғарипов юҡҡа борсолған. Ул үҙенең тәүге эше менән үҙен өмөтлө режиссер итеп күрһәтте.
Ә бөгөн – премьера. Барығыҙҙы ла театрҙа көтәбеҙ. “Бомба”ның авторы Салауат Әбүзәргә, режиссеры Фирғәт Ғариповҡа һәм артистарға ҙур уңыштар теләйбеҙ!