Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июнь 2019, 21:46

“Бомба” йәшерен шарттарҙа шартланы.

Иртәгә, 26 июндә Башҡорт академия драма театрында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле драматург Салауат Әбүзәрҙең “Бомба” комедияһының премьераһы булырға тейеш. Күптән килгән йола буйынса премьеранан бер көн алда театрҙа спектаклде худсовет ағзалары ҡатнашлығында йәмәғәтселеккә тапшырыу ойошторола. Был – премьера алдынан була тарған ғәҙәти эш.

Тик был юлы тапшырыуҙы ҡарауҙан худсовет ағзаларынан башҡа кешеләр мәхрүм ҡалдылар. Ғәҙәт буйынса тапшырыуҙы ҡарап, үҙ фекерҙәрен әйтергә теләүсе тиҫтәләрсә тамашасы ҡайтып китергә мәжбүр булды.
Театрҙа йәш режиссер Фирғәт Ғариповтың тәүге эше, ул бик тулҡынлана һәм спектаклде тапшырыуҙа худсовет ағзаларын ғына ҡатнаштырыуҙы һораны, тип белдерҙеләр. Әлбиттә, тулҡындланыу, борсолоу – тәбиғи күренеш, быға һәр режиссерҙың хоҡуғы бар. Бәлки, был тапшырыуҙы йәшерен шартарҙа ойоштороу кәрәк булдымы икән? Беҙ Фирғәт Ғариповты талантлы артист тип беләбеҙ, уны оҫта режиссер итеп күрергә лә теләгебеҙ бар.
“Сдача”ға эләгә алмаған ябай тамашасыларға кассанан билет алып ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Әле театрҙың үҙәк сәхнәһендә “Бомба”ны тапшырыу бара. Уның уңышлы үтеренә беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ. Иртәгә премьераны ла ҡарап, алҡышларға өмөт итәбеҙ. Уңыштар һеҙгә, “Бомба”ны шартлатыуға әҙерләүселәр. Аҙаҡҡы һүҙ урынына. Әгәр мөмкин булһа, “Бомба”ны тапшырғандан һуң тағы ла бер мәғлүмәт бирергә теләк бар.
Читайте нас: