Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июнь 2019, 08:00

Һуғыш башланған көндө онотма! Бөгөн иң оҙон көн, ә унан һуң иң ҡыҫҡа төн килә.

Бөгөн, 22 июнь, һуғыш башланған көн. Дәһшәтле йылдар арттараҡ ҡалған һайын, һуғыш ауырлыҡтары онотола, мәрхүмдәр хәтерҙән юйыла. Был һис тә дөрөҫ түгел. Тыныс тормоштоң һәр көнө өсөн беҙ, тереләр, яулы йылдар һәм мәрхүмдәр алдында бурыслы. Әсәйҙәр һәм атайҙар, өләсәйҙәр һәм олатайҙар данлы Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәр, Ватанды һаҡлап ҡалғандар. Тыныс көндәрҙә лә һуғыш ауырлыҡтарын онотмаһаҡ ине.

Кеше хәтере бик тә сәйер ҡоролған: тормош яҡшырған һайын, ауырлыҡтарҙы оноторға, иҫкә алмаҫҡа тырыша. Бына әле лә ниндәй матур таң атты, аяҙ көндөң сиге юҡ һымаҡ, донъя мәшәҡәттәре лә бөтмәҫ кеүек. Шулай шул, тормош дауам итә, өр-яңы эштәр барлыҡҡа килә, ә Ер шары һаман әйләнә. Ҡабаланмайыҡ, онотмайыҡ... Аҙ ғына тын торайыҡ... Бөгөн – һуғыш башланған көн. Бындай көн башҡа ҡабатланмаһын...
Читайте нас: