Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июнь 2019, 13:25

Артур Әхмәтханов онотолмаясаҡ. Полиция генералының иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күптән түгел вафат булған полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо указға ярашлы, генералдың тыуған яғында мәктәпкә, урамдарға уның исеме биреләсәк, Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында бюст ҡуйыласаҡ, көрәш ярыштары үткәреләсәк. Артур Әхмәтхәнов исемен йөрөткән урам Өфөлә лә буласаҡ, Хәрби дан музейында мәрхүмдең тормошона арналған стенд асыласаҡ.

Күпселек генералды яҡшы күңелле, ғәҙел һәм батыр кеше тип хәтерләй. Ғүмеренең иң яҡшы йылдарын Артур Фәрүәз улы Төньяҡ Осетия-Аланияла Эске эштәр министры булып үткәрҙе, үҙенең намыҫлы кеше икәнлеген эше менән раҫланы. Алания шағирҙары, уның ғәҙеллеген данлап йырҙар ижад итә, осетин халҡы уға рәхмәттәр уҡый.
Читайте нас: