Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июнь 2019, 10:02

Луизаның машинаһы табылған, тик улар йәйәүләп нисек ҡасты икән? Ошо хаҡта сценарий, йә пьеса яҙырға заказ бар.

Ниһайәт, бер айға яҡын ваҡыт үткәс, Хәйруллиндарға бәйле аҙмы-күпме мәғлүмәт асыҡланды. Ғаиләнең, йәнәһе, ултырып ҡасҡан автомобиле табылды. Уны эҙләргә лә кәрәк булмаған, автомобиль 2017 йылда уҡ ломбардҡа һалынған, өҫтәүенә, банкта залогта торған.

Автомобиль һынлы автомобилде таба алғас, үҙебеҙҙең йылғыр полицейскийҙарҙың сикһеҙ шатлығын күҙ алдына килтерәм. Тәки таптылар бит! Шулай булғас, ғаилә 23 миллион аҡса менән ылау яллап, әллә автобусҡа ултырып, шылдымы икән? Бында һорауҙар артҡандан-арта.
Ғәжәп хәл, юғалырҙан ике көн алда йорт хужаһы ипотека түләгән, хужабикә ике аҙна элек ағас ултыртып йөрөгән, йәки, ҡасып китһә лә, сәсеп киттеме икән?
Автомобиль табылғас, барлыҡ версиялар юҡҡа сыға. Комедия, аҡрынлап, трагедия төҫөн ала. Әйткәндәй, сюжеттар тураһында. “Йүгер, Луиза, йүгер!” саҡырыуын, хәтерләһәгеҙ, иң тәүҙә “Ағиҙел” журналы сайты (https://agidel.rbsmi.ru/articles/common_material/y-ger-luiza-y-ger-tik-e-d-n-asa-alyr-y-my-ik-n-/?sphrase_id=692381) ташлағайны. Электән булған, ләкин беҙ һөрән һалғас, күптәр күтәреп алды, хатта рус телендә лә яңғыраны. Шуға инандыҡ, журналыбыҙҙы уҡыйҙар икән. Эйе, Луиза йүгерә, үҙе лә, балалары ла иҫән-һау булһын. Тик, әйтеүебеҙсә, кешеләрҙән ҡасып була, ләкин үҙеңдән түгел, айырыуса, закондан ҡотолоп булмай...
Хәйруллиндар менән бәйле ваҡиға ижад кешеләрен яңы әҫәрҙәргә илһамландыра. Ә бына финанс һәм банк структуралары вәкилдәрен уйланырға мәжбүр итә. Ни өсөн, тиһегеҙме? Журналдың баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаевҡа ошо ваҡиға тураһында сценарий, йә пьеса яҙыу тәҡдиме менән сыҡтылар. Хәйер, Бонни һәм Клайдтан һуң тағы ла нимә яҙырға мөмкин икән? Мөмкин икән шул. Өфөләге олпат ҡына банктарҙың береһен ошо ваҡиға ҡыҙыҡһындыра, дөрөҫөрәге, улар яуап эҙләй. Нисек итеп намыҫлы, яуаплы, ифрат тәртипле банк хеҙмәткәре тиҫтәләрсә миллион һум аҡсалар менән эш итеп, ышаныс яулап, енәйәткә бара? Кеше күңеленең иң тәрән сиктәрендә һәм киңлектәрендә нәфсе һәм ҡомһоҙлоҡ нисек барлыҡҡа килә?
Банкирҙарҙың тәҡдиме беҙҙе ғәжәпләндермәне. Аҡса киләсәктә лә әйләнештә йөрөйәсәк, уны кемдәргәлер ышанып тапшырырға тура киләсәк, кассирҙар араһынан тағы кемдеңдер тапшырылған аҡсаны тоҡлап алып сығып китмәҫенә өмөт бармы?
Ярай, уйларбыҙ, әлегә Хәйруллиндарҙы тотһондар әле, бәлки, комедия түгел
трагедия килеп сығыр.
Читайте нас: