Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июнь 2019, 14:00

Әбүзәрҙән – әҙип мәҙәктәре: “Кемдең ялҡауы килмәй...”

Кемдең ялҡауы килмәй... Шағир, яҙыусы Әхмәр Үтәбай бер авторҙың китабын ҡулында әйләндергеләп: – Хәҙер кемдең ялҡауы килмәй, шул китап яҙа, – тине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтеп ҡуйҙы: – Ярай әле беҙҙә ялҡауҙар күп...

“Ишеттегеҙме?”
“Башҡортостан” гәзите редакцияһының бүлмәһенә шағир Ирек Кинйәбулатов килеп инде.
– Ирек ағай, ишеттегеҙме, – тинек. – Бөгөн төндә фәлән яҙыусы вафат булып ҡуйған икән.
Ирек ағай портфеленән ҡағыҙ сығарҙы:
– Бына, мәрхүм иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырҙы номерға ҡуйығыҙ...
Читайте нас: