– Әйтегеҙ әле, тормош һеҙҙә яҡшымы, әллә Америкаламы?
– Америкала тормош яҡшы, беҙҙә власть яҡшы... – тип яуаплай Мостай Кәрим.
Шағирә Тамара Ғәниеваға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелгән саҡ. Редакция бүлмәһенә шағир Радик Хәкимйән килеп инде.
– Тамараның Салауат Юлаев премияһы юҡ бит әле. Халыҡ шағиры исемен премияһы булмаған шағирға ла бирәләр икән...
– Минең дә премия юҡ бит...