Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июнь 2019, 11:10

Луиза миллиондары. Ғаиләнең именлеген шик аҫтына ҡуйыусылар күбәйгәндән-күбәйә.

Өсөнсө аҙна китте, Хәйруллиндар тураһында юғалған аҡсаларҙан һәм шик-шөбһәле уйҙырмаларҙан башҡа, бер йүнле-башлы хәбәр ҙә юҡ. Әллә, ысынлап та, күптән Ҡаҙағстанда йөрөйҙәрме икән?

Элекке мәғлүмәттәрҙән айырмалы, Луиза Хәйруллинаның эштән аҡсалар менән кис түгел, ә иртән үк һорап китеүе хаҡында хәбәрҙәр бар. Тимәк, уларҙың ҡарамағында иң кәмендә 7-8 сәғәт ваҡыт төҫмөрләнә. Был ваҡыт эсендә Ырымбур өлкәһенән Ҡаҙағстанға илтеүсе һуҡмаҡтар аша күптән икһеҙ-сикһеҙ далала юғалырға мөмкин.
Әлбиттә, әгәр Хәйруллиндар тере булһа... Сөнки ғаиләнең именлеген шик аҫтына ҡуйыусылар артҡандан-арта бара. “Тура эфир” программаһын алып барыусы Андрей Малахов: “Был аҡса тормош өсөн күпмегә етәсәк? Ошо темаға әллә күпме шаяртырға булыр ине, ләкин һорау бар бит әле: улар иҫәнме икән? Был һорау Хәйруллиндарҙың яҙмышына битараф булмағандарҙы айырыуса борсой”, – тип белдерҙе.
Әлеге енәйәт банк структуралары эшмәкәрлегендәге етди етешһеҙлектәрҙе лә
асып һалды. Нисек итеп өлкән кассир, хужалыҡ сумкаһына тултырып, 23 миллион һум
аҡсаны алып китә ала?
Читайте нас: