Әйткәндәй, сюжет хаҡында, йәғни, әҫәрҙең төҙөлөшө, йәки йөкмәткене биреү формаһы, йә әҫәрҙең ҡоролошо. Донъяла кешелек өсөн уртаҡ йөҙләп сюжет бар, ти берәүҙәр, икенселәр сюжеттарҙы иллеләпкә тиклем кәметә, өсөнсөләр сюжетты егерме-утыҙлап, ти, дүртенселәр – хатта ун алтынан артмай, тип иҫбатлай. Иң ҡыйыуҙар сюжет берәү генә, тип ныҡыша. Һәр кеше бәхеткә ынтыла. Ә нимә ул бәхет? Әлбиттә, мөхәббәт һәм аҡса. Һөйгәнең эргәңдә булһа, аҡса тапһаң, бәхетле мөхәббәт өсөн тағы нимә кәрәк?
Бына шундай ябай һәм бер ҡатлы сюжет. Ир менән ҡатын, эргәләрендә ике бала, етмәһә, ата-әсәләре ярҙам итә. Ир кеше еңел тормош, аҡса ярата. Аҡса өсөн ул һуңғы сиккә барырға әҙер. Эргәһендә уны яратҡан балаларының әсәһе. Ир ҡомарлы уйындар ярҙамында еңел генә байырға теләй. Ҡайныһынан миллион ярым һум аҡса алып тора, оттора, кире ҡайтарырға өмөт юҡ. Бәхет, аҡса өсөн көрәш йәшәү өсөн алышҡа әүерелә. “Тимер ҡоршау” (Салауаттағы енәйәтселек кимәлен онотмағыҙ) ҡыҫылғандан-ҡыҫыла, бурыс артҡандан-арта, ҡотолоуға юҡ сара.
Ошо юҫыҡта бындай низағтар бик һирәк осраҡта яҡшы тамамлана. Сөнки сюжеттың үҫеше бәхеткә урын ҡалдырмай, аҡса өсөн талаш һәр ваҡыт ҡорбандар талап итә.
Беҙ Хәйруллиндарҙың ҡыҙҙарын уйлайбыҙ. Ә бит уларҙың бер ғәйебе лә юҡ. Иҫән-һау ғына булһындар.