Ағиҙел
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июнь 2019, 11:08

“Башҡортостан” Дәүләт концерт залында – яңы директор. Вилдан Яруллиндың яңы роле.

БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы коллективын яңы етәкселәре Вилдар Яруллин менән таныштырҙы. Хәйер, Вилдан Хәлидәр улы менән таныштырып тороу кәрәкме икән? Билдәле йырсы, халыҡ артисы, “Ҡарауан-һарай”ҙың иң популяр солистарының береһе.

Яңы директор, үҙе сәнғәт кешеһе, дәүләт концерт залы эшмәкәрлегенә өр-яңы һулыш бирер, сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индерер, тип көтәбеҙ. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, хөрмәтле Вилдан Хәлидәр улы, уңыштар теләйбеҙ!