Күптән мәғлүм, Малахов тапшырыуҙарын ҡатын-ҡыҙ айырыуса үҙ итә. Шуға ғәйепте Марат Фәнәүи улы Хәйруллиндан табырға тырышыуҙары ғәжәпләндермәй. Ул Тажикстандан килгән икән, еңел аҡса эҙләгән, ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡан, дүрт банкта эшләп ҡараған, ҡатынының башын әйләндергән, енәйәтселәр менән низағҡа кергән һ.б., һ.б.
“Тура эфир” популярлыҡҡа мохтаж түгел, рейтингы юғары, ток-шоу Хәйруллиндар хаҡындағы теләһә ниндәй хәбәргә бер миллион һум түләргә әҙер. Тимәк, Хәйруллиндар тирәһендәге ҡоршау нығыраҡ ҡыҫыласаҡ, эҙләүселәр әүҙемләшәсәк һәм башҡалар.
Һеҙ нисектер, беҙ был миллиондарҙан ялҡтыҡ. Ҡыҙыҡһыныусылар булғанға ғына яҙабыҙ. Тышта йәй, эҫе, күңелле, шайтан алғыры, бесәнгә төшөргә ваҡыт, ә беҙ кемдәрҙеңдер миллиондарын тикшерергә мәжбүрбеҙ.
Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ?