Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2019, 10:25

Тура эфирҙа – Рәсәй Хөкүмәте ултырышы. Хөкүмәт алданған өлөшсөләр мәнфәғәтен яҡлай.

РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән үткәргән кәңәшмәһендә торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙа ҡатнашҡан өлөшсөләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләһен тикшерҙе. Үкенескә ҡаршы, торлаҡ төҙөлөшө үҫкән һайын, хәләл аҡсаһын һалып, алданыусылар һаны арта бара.

Владимир Путин: “Киләсәктә алданған өлөшсө һымаҡ мәсхәрәле хәлдән ҡотолоу өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ”, – тип ҡәтғи рәүештә белдерҙе.
Хәҙер элеккенән айырмалы, төҙөлөш эштәрен финанслауҙа банктар аша эш итеү, эскроу-иҫәпте файҙаланыу торлаҡты үҙ иҫәбенә һатып алыусылар мәнфәғәтендә буласаҡ.
Ултырышта сығыш яһаусылар төҙөлөш эштәрен яңыса ойоштороу элекке хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк, алданыусыларҙың барлыҡҡа килеүенә кәртә ҡуясаҡ.
Читайте нас: