Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2019, 11:06

Радий Хәбиров намаҙға баҫты. “Ләлә-Тюльпан” йәмиғ мәсетендә – байрам саралары.

Рәсәй мосолмандарының юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин “Ләлә-Тюльпан” йәмиғ мәсетенә мосолмандарҙы байрам намаҙына йыйҙы. Кеше бик күп йыйылыу сәбәпле, мәсеткә инә алмағандар, Ураҙа ғәйете намаҙын асыҡ һауала уҡыны.

Байрамда ҡатнашыусылар араһында республиканың хәҙерге етәксеһе Радий Хәбиров та булды һәм мосолмандар менән бергә намаҙ уҡыны. Байрам сараларынан һуң Радий Фәрит улы өлкән йәштәгеләр менән осрашты һәм әңгәм ҡорҙо.
Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандарын изге байрам менән ҡотланы, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләне.
Читайте нас: