Кемдәрҙеңдер енәйәтсел яуапһыҙлығы арҡаһында юғары баҫымлы газ үткәргес тишелгән һәм газ тупланған, уларҙы хәҙер берәү ҙә хәтерләмәй. Ә бына аяныслы яҙмыш бер урында осраштырған поездар һәм уларҙың ҡорбандары мәңге уңалмаҫ яра, мәңге бөтмәҫ ҡайғы булып йөрәктәрҙе һыҙлатып тора.
Мәрхүмдәрҙең яҡындары, һәр йылдағыса, ҡайғы поезы менән һәләкәт урынына килде.
Матәм сараларында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты һәм мәрхүмдәрҙең яҡындары менән әңгәмәләште.