Хәйруллиндарҙың был енәйәткә көн элгәре әҙерләнеүе тикшереү органдары өсөн хәҙер сер түгел. Эксперттар әйтеүенсә, әгәр өлкән кассир Луиза Хәйруллина алдан заказ бирмәһә, был тиклем аҡса бәләкәй генә банк кассаһына килеп ятмаҫ ине.
Тикшереү органдары был аҡсаның әйләнешкә инеүен көтә. Сөнки банк эсендәге аҡса, ҡағиҙә буйынса, инкассация үтә һәм һәр аҡсаның номеры теркәлә бара. Хәҙер был аҡса номеры һәр банкта, йә ҙур сауҙа нөктәһендә теркәлгән һәм инкассация үтеү менән, әйләнешкә инеү географияһын тиҙ арала хәбәр итә.
Ләкин өлкән кассир был хаҡта яҡшы белә һәм урланған аҡса менән түгел, быға тиклем үҙендә тупланған ҡулаҡса менән эш итеүе бик ихтимал. Ғаиләнең бурыстарын иҫтә тотҡанда, уларҙың аҡсаһы күп булмауы мөмкин һәм яҡын арала Рәсәйҙең ҡайһылыр нөктәһендә, әгәр улар сит илгә сығып өлгөрмәһә, аҡсалар күренәсәк.
Әгәр ғаиләнең яҙмышы һеҙҙе ҡыҙыҡһындырһа, был хаҡта артабан да уҡырһығыҙ.