– Кемдәр беҙҙең яҙмыш менән ҡыҙыҡһына, барығыҙға ла хәйерле көн. Иң беренсе сиратта фотоға алама һүҙҙәр яҙмауығыҙҙы һорайым, бөтә һүрәттәрҙе таҙартырға тура килә. Беҙҙең барыһы ла һәйбәт. Ҡайҙа икәнлегебеҙҙе әйтә алмайым. Теләктәшлек өсөн барығыҙға ла рәхмәт, – тип яҙылған. Фотографияла Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтан һүрәтләнгән.
Комментарийҙар бөтәһе лә ыңғай, теләктәшлек һүҙҙәре күп. Берәүҙәр, ни өсөн социаль селтәрҙәрҙә күренәһегеҙ, һеҙҙе тотасаҡтар, тип борсола, икенселәр уңыш теләй, һаҡ булырға саҡыра.
Күпселек ни өсөн Луиза Хәйруллина яҡлы? Быға аңлатманы социология фәндәре докторы Эмиль Леготин бирә: “Йәмғиәттә социаль ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур”, – ти ул.
Хәйруллиндар яҙмышы айҡанлы, билдәһеҙлек өҫтөнлөк итә. Сөнки юғарыла яҙылғандар әлеге лә баяғы, ялған хәбәрҙәр. Ҡайһы бер сайттар ҡулланыусылар йәлеп итеү өсөн ялған юлға баҫа.
Артабан ваҡиғалар нисек ҡуйырыр, быныһын ваҡыт үҙе күрһәтер.