Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2019, 13:12

Халыҡ сереп байыны. Быны уғрылар ҙа раҫлай.

Кешеләрҙең бөлөүе, йәшәү кимәленең түбәнәйеүе хаҡындағы һығымталарҙы уғрылар инҡар итә. Өфөгә терәлеп ятҡан Зубов ауылында бер йортто талағандар, аҡсаларын һәм ювелир биҙәүестәрен урлағандар.

Йәкшәмбе урланған аҡса хаҡындағы хәбәр полицияға дүшәмбе генә барып еткән. Йорт хужаһы өйөнөң артҡы ишеген бикләмәгән булған, сейф асҡысы ла шунда ятҡан, эте лә өрмәгән.
Күпме урлағандар тиһегеҙме? 20 миллион 500 мең һум кемдеңдер эсен тишкән инде. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына коттедж, әллә ни текә лә түгел, ә эсе тулы хазина икән.
Социологтар был хаҡта нимә иҫбатлар ине? Ярай, банктан 23 миллион һум урлау тәбиғи хәл тойолор, ә ябай йорттан тиҫтәләрсә миллион һумды “һелтәү”ҙе ғәҙәттән тыш тип кенә баһаларға мөмкиндер һымаҡ.
Енәйәт эше, әлбиттә, асылған, эҙләү, тикшереүҙәр дауам итә.

Читайте нас: