Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2019, 13:04

Һаҡ булығыҙ: кешеләр. Ни өсөн үҙ-ара мөнәсәбәттәр тиҙ боҙола?

Үткән аҙнанан ҡалған ғибрәтле бер миҫал. Халыҡ-ара күршеләр көнөн билдәләгәндә булды быныһы. Бер киҫекһеҙ таң менән, яңғыратып, музыка ҡуйған. Башҡа күршеләргә был оҡшаймы һуң инде. Үҙ башына булғандыр, бер ҡыйыуырағы ишеген шаҡып, музыка тауышын кәметеүҙе һораған. Тегеһе ике лә уйлап тормай, ҡорал килтереп сығарған һәм күршеһен атып үлтергән.

Былтыр булған хәл-ваҡиғаларҙан. Бер ир ҡағиҙә боҙоп килгән автомобиль водителенә бәләкәй генә киҫәтеү яһаған. Шофёрға, әлбиттә, был оҡшамаған, шунда уҡ бысаҡҡа йәбешкән. Теге ир, бахыр, ҡасып ҡараған да бит, йәш шофёр тәкем ҡыуып еткән... Нимә менән бөттө, тиһегеҙме? Аҙағы билдәле инде, ана ята мәрхүм. Ғаиләһенә – ҡайғы, шофёрға – төрмә.
Йәмғиәт, кешелек алға киткән һайын, үҙ-ара мөнәсәбәттәр тиҙ һәм киҫкен боҙола, тип раҫлай ғалимдар. Беҙ генә түгел, алдынғы сит илдәр шулай уҡ ошо сирҙән ныҡ миктәй. Бөтә яҡтан алға киткән, юғары кимәлдәге социаль дәүләт төҙөгән Норвегияны алайыҡ. Бер нисә йыл элек Брейвик исемле енәйәтсе утрауға ял итергә йыйылған 77 кешене ҡырып һалды. Тикшереүселәр Брейвиктың холҡонда бындай уҡ енәйәт ҡылырлыҡ сәбәп таба алмаған. Тимәк, бындай мәхшәрҙе ҡулына ҡорал эләккән һәр бәндәнән көтөргә мөмкин.
Барыһы ла ҡоралға ғына ҡайтып ҡаламы? Хәҙер йәнең теләгән ҡоралды тиҙ арала тотҡарлыҡһыҙ һатып алырға мөмкин. Ябай кешеләрҙең именлеген көс структуралары һаҡларға бурыслы. Беҙ инде, элек милицияға, хәҙер полицияға өмөтләнеп һәм табынып үҫкән халыҡ, әллә яңы шарттарға әҙер булмай сыҡтыҡмы? Тиҙ һәм теүәл яуап табыуы ауыр. Аллаһ Тәғәлә үҙе лә һаҡланғанды һаҡлармын, тигән дә бит. Беҙгә лә шым ғына, алан-йолан ҡаранып йөрөргә генә ҡаламы инде? Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: