Радий Хәбиров сәфәре ваҡытында ауыл халҡының тормошо менән танышты, етештереү предприятиеһында булды, ветерандар менән әңгәмәләште, кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Республика етәксеһе “Шүлгәнташ” мәмерйәһендә булды, ундағы тарихи
ҡомартҡылар менән танышты. Мәмерйәне ЮНЕСКО-ның айырыуса ҡурсаулы объекттары
исемлегенә индерергә, был яҡҡа туризмды үҫтерергә, бының өсөн хеҙмәтләндереүҙе
үҫтерергә кәрәк, тип билдәләнелде.