Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2019, 12:28

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! Башҡортостан мосолмандары байрамға әҙерләнә.

Быйыл республикала Ураҙа ғәйетен билдәләү барлыҡ халыҡ байрамына әйләнәсәк. Изге байрам 4 июндә 12 сәғәттә “Ватан” этнопаркында ҙур концерт менән башланасаҡ. Ошонда хәләл йәрминкә, бүләктәр отош, былау менән һыйланыу ҡаралған. Ойоштороусылар һәр бер килгән кешене ихтирам менән солғап алырға, байрам менән ҡотларға, былау менән һыйларға вәғәҙә итә.

Ошондай уҡ байрам “Башҡортостан” сауҙа үҙәге эргәһендә сәғәт ун берҙә башланасаҡ. Бында кескәйҙәрҙе “Балалар Ураҙа байрамы” көтә. Мәктәп йәшендәгеләр, сабыйҙар төрлө уйындарҙа ҡатнашасаҡ һәм көсөн һынап ҡараясаҡ. Барлыҡ ҡунаҡтарҙы тәмлекәстәр менән һыйлаясаҡтар.
Өфө ҡалаһында үтәсәк байрам сараларында, матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ун меңләп кеше байрам былауынан ауыҙ итәсәк. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Читайте нас: