Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2019, 10:03

Луизаны ҡотҡарырға!?. Һуң, әле ул тотолмаған, шулай булғас, нисек ҡотҡарырға?

Луиза Хәйруллинаның (#ЛуизаХайруллина) атаһының яҡындарының юғалыуы хаҡында полицияға яҙған ғаризанан башҡа әлегә яңылыҡтар юҡ. Рәсәй кимәлендә һәм яҡындағы сит илдәрҙә эҙләү эштәре дауам итә, тип аңларға кәрәк. Әлегә көньяҡ-көнсығыш иғтибарға лайыҡ. Сөнки Луизаның тормош иптәше Марат Фәнәүи улы тыумышы менән Тажикстан яғынан.

Халыҡ араһында Луизаны ҡотҡарыу, тотолһа, азат итеү хаҡында республика етәкселегенә үтенес менән петицияға ҡултамға йыйыу бара. Быны ойоштороусылар, әгәр кәрәк булһа, Владимир Путиндың (#ВладимирПутин) үҙенә мөрәжәғәт итергә әҙер.
Банктарҙы ғәйепле тип табыусылар ҙа бар. Йәнәһе, улар юғары проценттар менән халыҡты бөлдөрөп бөттө, эш шуға бара, банктарҙы үҙ хеҙмәткәрҙәре талай. Шуға һылтанып, проценттарҙы кәметеү тураһында талаптар ҙа ишетелә.
Бер аҙна ваҡыт үтеп китте, әллә дүрт, әллә алты кешенән торған ғаилә зым-зыя юғалды, бер хәбәр ҙә юҡ. Күмәкләп ҡасыу бик һирәк осраҡта үҙен аҡлай. Шуға күрә ғаиләнең иҫән-һаулығын шик аҫтына ҡуйыусылар ҙа бар. Уларҙың енәйәтсе төркөмдәргә эләгеүе, юҡ ителеүе, йә бер генә кешенең Тажикстан яғына ыңғайлауы бик ихтимал. Күпселекте балаларҙың яҙмышы борсой. Бәлки улар берәй ышаныслы ауылда йәшенеү урыны тапҡандарҙыр.
Эҙләү эштәре дауам итә.

Читайте нас: