Ҡыҫҡаһы, ауыл халҡы барлыҡ бүләктәрҙең ҡаланан килгән профессионал көрәшселәргә эләгеүе менән ҡәнәғәт түгел. Нисек инде, берәүҙәр эшләй, көн-төн иген үҫтерә, ә бүләкте баҫыу эштәренә мөнәсәбәттәре булмағандар эләктерә?
Бәхәсләшергә, уйланырға урын бар һымаҡ. Сөнки көрәштең спонсоры ауылдаштары – Азат Ғарифуллин. Ул Себерҙә йәшәй һәм эшләй, яҡташтарына бәләкәй генә бүләк эшләгән.
Көрәш буйынса ярыштар дүрт ауырлыҡ категорияһында ойошторолған. Барлыҡ бүләктәр (ноутбуктар, һарыҡтар, саңһурғыстар, һыуытҡыстар) Өфөнән килгән профессионал спортсыларға, береһе генә Мәләүездән икән, эләккән.
Һабантуй – халыҡ байрамы, Азат Ғарифуллин һымаҡ, йомарт бағымсының булыуы ла яҡшы, урындағы халыҡтың күңеле лә бар бит әле. Бәлки, ысынлап та, ярыштарҙы урындағылар өсөн генә үткәрергә булғандыр? Хәйер, һабантуйҙан һуң тауыш күтәреүҙән ни фәтеүә? Бүләктәрҙе үҙ-ара бүлешеп, шартына еткереп, йыуғандар бит инде.