Белмәйем, бәлки был хаҡта берәр яҙыусы мажаралы һәм уйландырырлыҡ әҫәр яҙыр. Кем әйтмешләй, ҡағыҙ битенә төшөрөрлөк материалдар аяҡ аҫтында ята, эйелеп ал да, яҙ ҙа, яҙ, ҡағыҙ ғына, хәйер, ҡағыҙ түгел, компьютерың ғына түҙһен.
Үҙегеҙ күрәһегеҙ, хәҙерге шарттарҙа Хәйруллиндарға ҡарата йәмғиәт мөнәсәбәте икегә бүленде, берәүҙәр – аҡлай, икенселәр – ғәйепләй. Шулай ҙа ғәйепләүселәр аҙыраҡ һымаҡ. Ә беҙгә ҡалһа, беҙ закон яғында.
Сит илдәрҙә бындай топ-хәбәрҙәр тәүлек әйләнәһенә, тереләй, йәки, онлайн мәғлүмәт сараларынан төшмәй. Эҙәрлекләүселәр сәғәт һайын, тип әйтерлек, телевидение алдында отчёт тота, нимә эшләүҙәрен һөйләй. Йәнәһе, беҙ уларҙы хәҙер тотабыҙ, эйәреп, тигәндәй, барабыҙ, машиналарының тәгәрмәстәре тишелгәнен беләбеҙ, ҡайҙа яғыулыҡ ҡойғандарын күрҙек, ниндәй кофе эскәндәрен белдек, хужаның кәйефһеҙ икәнлеген аңланыҡ һ.б, һ.б...
Ошо юҫыҡта дүртенсе мәҡәлә ҡуябыҙ, ә ҡыҙыҡһыныу кимәле һис тә кәмемәй. Бер яҡтан ҡараһаң, криминал хроника, “Ағиҙел”, йә “Һәнәк” һымаҡ әҙәби баҫмаларға хас та түгел һымаҡ, ни хәл итәйек, баҙар бит, яраҡлашырға, әрһеҙләшергә, нимәлер булһа ла, эшләргә тура килә. Ә беҙҙе бөгөн нимә борсой һуң?
Беҙ Хәйруллиндарҙың балаларын уйлайбыҙ. Лена менән Регина ни хәлдә икән? Улар беҙҙең тормошҡа яңы өйрәнеп килә. Әгәр ата-әсәләренең уйлағаны тормошҡа ашһа, ҡыҙ балаларға өр-яңы тормош башларға тура киләсәк. Ә быныһы һис тә еңел түгел.Ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре ошо хаҡта уйланымы икән?
Иң ауыр, яҙмышты хәл итер мәлдәрҙә лә балаларығыҙҙың киләсәген уйлағыҙ.