Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Май 2019, 17:56

Луиза алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Хәйруллиндар ғаиләһен ниндәй яҙмыш көтә?

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Хәйруллиндарҙы бер яҡшылыҡ та көтмәй. Сөнки бындай енәйәттәр бик һирәк осраҡта ғына асылмай ҡала. Беҙҙе, әлбиттә, әлеге эштең сәбәптәре нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Бер кем дә, әгәр етди һылтау булмаһа, бындай уҡ ҙур енәйәт ҡылмай.

Хәҙер Хәйруллиндар ғаиләһенең яҙмышын яҡынса фаразлап ҡарайыҡ. Уларға ярҙам итергә теләүселәр табылыуы бик ихтимал. Сөнки интернет йәмғиәтендәге фекерҙәрҙе барлаһаҡ, ярҙам, теләктәшлек, аңлау һымаҡ тойғоларҙың өҫтөнлөк итеүе шуға ишара.
Рәсәй киңлектәрендә, йәки Ҡаҙағстанда, фараз итәйек, Хәйруллиндарҙы полицейскийҙар туҡтатты, ти. Уларҙы фашлаған һәм ҡулға алған хеҙмәткәрҙәрҙе ҙур премия, карьерала күтәрелеү, юғары дәрәжә, абруй, дәүләт наградаһы һ.б. көтә. Ләкин, үкенескә ҡаршы, мәңге аҡсаға туймаған беҙҙең ҡайһы бер һатлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе емләп, ҡулға эйәләштереү бер ни ҙә тормай. Уларҙың төп бурыстары хаҡында уйлап та тормай, биш-ун мең һум аҡсаға ла алданыуҙары бик ихтимал.
Артабан. Юғарылағы фекерҙе тағы ла бер юҫыҡта барлап ҡарайыҡ. Полицейскийҙар енәйәтселәрҙе туҡтатты, ти. Ҡораллы хеҙмәткәрҙәрҙең тегеләрҙең аҡсаһын тартып алып, үҙҙәрен юҡ итмәүҙәрен хәҙерге аяуһыҙ һәм йәлләү белмәгән донъяла берәү ҙә гарантиялай алмай. Ошоға ҡушып, шуны әйтергә мөмкин: Салауат ҡалаһында ҡаты режимлы бер нисә төрмә бар, бында енәйәтселек юғары, Хәйруллиндарҙың урланған аҡсаһын тартып алыу өсөн уларҙы эҙләүгә урындағы енәйәтселәрҙең дә ҡушылып китеүе бик ихтимал.
Тағы ла бер фекер. Эҙләү эштәренең ниндәй кимәлдә ойошторолоуын беҙ белмәйбеҙ. Хәйруллиндар хаҡында урыҡ-һурыҡ хәбәрҙәр ҙә юҡ. Ошо урында быйыл Яңы йыл алдынан Өфөлә ике ҡатындың һәм өс баланың ғәйеп булыуы иҫкә төштө. Апрелдә уларҙың һөйәктәрен баҡсалар ширкәтендәге ташландыҡ ҡоҙоҡтан табып алдылар һәм үҙенә ҡул һалып өлгөргән ғаилә хужаһын енәйәтсе тип иғлан иттеләр.
Бына шундайыраҡ фараздар. Әҙер сюжет, ултыр ҙа, яҙ. Яҙ һәм премияға дәғүә ит. Ринат Камал был хаҡта нимә уйлай икән? Ғәлим Афзал улы тотонһа, күптән яҙып бөткән булыр ине.
Фото: rock-cafe.info
Читайте нас: