Ҡоролоштар үҙгәрһә лә, күршелек йолалары аҙмы-күпме һаҡлана һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәргә яҡты, йылы миҙгелдәр өҫтәй. Әлбиттә, элекке дәүерҙәге һымаҡ аралашыуҙар, үҙ-ара ярҙам итешеүҙәр, ҡунаҡлашыуҙар бик үк тығыҙ түгел.
Ләкин кәңәш кәрәкһә, ярҙам талап ителһә, айырыуса, аҡсаң бөтһә, ҡайҙа бараһың инде? Әлбиттә, иң яҡындағы ишекте шаҡыйһың. Ярҙам итерме, аҡса һонормо, мөһим түгел, терәк-таяныс булырҙай күршең бар бит әле.
Күршеләр менән йылы мөнәсәбәттәрҙе оҙаҡ йылдар буйы һаҡлау үҙе бер мәктәп. Шуға күрә күршеләр менән араларҙы өҙөргә ашыҡмайыҡ. Донъя шулай бит ул, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә. Әйҙәгеҙ, күршеләр менән татыу йәшәйек!